Күптәрҙең хатта ҡурҡыныс фильмдарҙа ла был тиклем үк көслө дауылды күргәне булмағандыр..Кисә республика буйлап ғәрәсәт уҙҙы. Бөгөн уның эҙемтәләре бөтөрөлә. Синоптиктар белдереүенсә, бер төн эсендә ай ярымлыҡ ямғыр яуған.
Ғәрәсәт Өфөгә киске туғыҙҙа килеп етте. Йәшен йәшнәп, күк күкрәп ялағай ялтырауы, көслө ямғыр, боҙ борсоҡ яуыуы, һанаулы ғына ваҡыт эсендә әйтерһең дә туфан һыуы ҡалҡты. Ағастар ергә тиклем эйелде. Урамда ҡалғандар тиҙерәк өйҙәренә ҡайтырға ашыҡты. Баш ҡала урамдары диңгеҙҙе хәтерләтте, ә баҫҡыстар буйлап аҡҡан көслө һыу ағымынан матур шарлауыҡтар хасил булды. Әйткәндәй, Ағиҙел йылғаһы аша күпер янындағы баҫҡыс көслө ямғыр һайын аквапаркка әйләнә.
Ҡала урамдарындағы һыу улаҡтары фонтан булып урғылды. Автомобилдәр йәнә амфибия һымаҡ урамдар буйлап йөҙҙө. Һыу кискәндә йыш ҡына дәүләт номерҙары төшөп ҡала. Был юлы ла, уларҙың күбеһе СССР -ҙың 50 йыллығы урамында йыйылды. Автобус туҡталыштарында халыҡ баҫырға ҡоро ер эҙләне, әммә һыуҙан автобус эсендә лә ҡасып ҡотолоп булманы.
Ғәҙәттәгесә, көслө дауыл яңы һалынған йорттарҙы урап уҙманы, Өфөлә төҙөлгән торлаҡ комплексында тәҙәрәләр осоп йөрөнө. Фурманов урамында профнастилдан эшләнгән ҡойманы ел ҡағыҙ кисәгеләй еңел генә күтәреп алып китте.
Көслө һыу ағымы Кольская урамындағы асфальтты ла йыуып алып киткән. Социаль селтәрҙәгеләр «асфальтҡа ни бары дүрт кенә көн ине» тип әсенә.
Һәр хәлдең ыңғай яғын күреүселәр бар. Төнгө ғәрәсәттән ҡурҡмай, киреһенсә ҡойонда ҡойоноп йөрөүсе лә табылған.
Баш ҡаланың граждандарҙы яҡлау идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, төндә Өфөлә ағастарҙың һәм ҙур ботаҡтарҙың ҡолауының 13 осраҡ теркәлгән. Торлаҡ йорт, алты автомобиль, электр линиялары, газ үткәргес зыян күргән. Өс ағас юл өлөшөнә төшкән. Һәләк булыусылар юҡ.
Коммуналь хеҙмәттәр йығылған ағастарҙы ҡырҡыу һәм йыйыштырыу буйынса эштәр алып бара, зыян күргән коммуникациялар тергеҙелә.
Рәмилә Исмәғилева