Өфө-Сочи авиарейсы тотҡарланыу сәбәпле өс йөҙ тирәһе пассажир ике тәүлектән ашыу аэропортта ҡала

Самолет булмауының сәбәптәрен экипаждың кәмендә 8 сәғәт ял итергә тейешлеге менән аңлатҡандар. Һуңынан һауа судноһының төҙөкһөҙлөгө тураһында хәбәр иткәндәр. Ләкин аэрофлот компанияһы рәсми комментарийҙар бирмәй. Ҡунаҡханалар балалы ғаиләләргә генә бирелгән. Ҡалғандар аэропортта ҡунырға мәжбүр.