14 августа республиканың эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле бушлай онлайн вебинар үткәрәсәк. Ирина Абрамова әйтеүенсә, килешеү төҙөгәндә ебәрелгән хаталар оҙайлы бәхәс, суд дәғүәләре, низағҡа әйләнә. Был үҫеште тотҡарлай, хатта үҙ эшеңде башламаҫ борон кире ябылыуға сәбәпсе була. Шуға күрә документтар тултырыу бизнестың нигеҙе. Сара эшҡыуарҙарға был ҡаршылыҡтарҙы юғалтыуһыҙ еңеп сығыу өсөн йүнәлтелә. Онлайн дәрестәрҙә эшҡыуарлыҡ юлын үткән спикерҙар һәм юристар ҙа ҡатнаша. Вебинар 14 августа иртәнге 11-ҙә башлана. Ҡатнашыу өсөн ссылканы эшҡыуарҙар хоҡуҡтары буйынса вәкилдең рәсми сайтында табырға мөмкин.