Өфө фән һәм технологиялар университеты Сьерра-Леоне менән хеҙмәттәшлекте көсәйтә

Өфө фән һәм технологиялар университетында Сьерра-Леоне республикаһының рәсми илсеһе Мохамед Йонгаво булды. Көн тртибендә республикалар араһында фән, мәғариф һәм иҡтсад йүнәлештәрендә хеҙмәттешлекте нығытыу һорауҙары ҡаралды. Киләсәк өсөн көслө кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре иғтибар үҙәгендә булды. Пилот проект сиктәрендә Сьерра-Леоне техник вуздарында Өфө фән һәм технологиялар университеты факультетын ойоштороу маҡсаты ҡуйылды.

Беҙҙең университеттар араһында хеҙмәттәшлекте нығытыу мөһим. Тәжрибә уртаҡлашыу, белемле кадрҙар тәрбиәләү яҡтар өсөн көнүҙәк йүнәлеш. Башҡортостан вуздарында техник йүнәлештә бик көслө белгестәр әҙерләнә, шуға ла был хеҙмәттәшлек беҙҙең өсөн ҡыҙыҡлы.

Мохамед Йонгаво, Сьерра-Леоне Республикаһының Рәсәйҙәге ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе