БДМУ клиникаһы үҙәк нерв системаһы ауырыуҙары менән сирләгән пациенттарҙы реабилитацияға саҡыра

Төбәктә үҙәк нерв системаһы ауырыуҙары менән сирләгән граждандар Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында реабилитация үтергә саҡырыла. Дауалау курсын халыҡ бушлай, мотлаҡ медицина страховкаһы полисы буйынса үтә ала. Заманса реабилатация үтеү өсөн үҙәктә тренажерҙар, юғары сифатлы ҡоролмалар, дауалау физкультураһы ҡаралған. Талап ителгән осраҡта клиника ҡарамағындағы профессорҙарға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Гимнастика, магнит терапияһы, виртуаль ысынбарлыҡ һәм башҡа төр реабилитация саралары пациенттарҙың сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай. Бында терәк-хәрәкәт аппараты, нерв системаһы ауырыуҙары менән сирләгән пациенттар 12 көндән алып бер айға тиклем реабилитация үтә. Дауалауға клиникаға шылтыратып яҙылырға мөмкин.