Уҡыһындар ғына. Өлкәндәр балалар сифатлы белем алһын өсөн барыһын ла эшләй. Әле райондарҙа мәктәптәрҙе яңы уҡыу миҙгеленә ҡабул итеү комиссиялары эшләй. Шишмә районында мәғариф идаралығы, бәлиғ булмағандар эштәре, дәүләт автоинспекцияһы, Росгвардия, янғын хәүефһеҙлеге хеҙмәткәрҙәре берлектә белем усаҡтарын тикшерҙе. Графикта 36 учреждение. Комиссия ағзалары мәктәптәр менән бергә балалар баҡсаларын да тикшерә. Хәүефһеҙлек, төҙөклөк, бөхтәлек тәү сиратта иғтибарға алына.