Сара «Кадрҙар» милли проекты сиктәрендә үтә. Конкурста үҙ ғүмерен бер һөнәргә бағышлаған һәм төбәк үҫешенә ҙур өлөш индергән ғаиләләр ҡатнаша. «Һөҙөмтәле эш» номинацияһында еңеү яулаған Сәрүәровтар династияһы тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.
Сипайлово биҫтәһе, Йәшел сауҡалыҡ- Өфөнөң һәр мөйөшөндә Рәнис Сәрүәров төҙөгән йорттар бар. 47 йыл ташсы, монтажсы, тракторсы булып эшләгән уҙаман хәҙер хаҡлы ялда.
Ҡатыны Әлфиә Мөҙәрис ҡыҙы менән бер өлкәлә эшләһәләр ҙә, уның кабинетына быға тиклем ингәне булмаған. Әлфиә Сәрүәрова Республика ҡала төҙөлөшө үҙәген бүлеге мөдире. Башҡортостандың атҡаҙанған архитекторы Өфө һәм уның янындағы райондарҙың ҙур проекттарын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша. Әле төп иғтибар Өфөнөң «Көньяҡ ҡапҡаһы»на төҙәтмәләр индереү.
Ҙур ҡалаларҙа проект эше ижади ҡараш талап итә, ти бүлектә бергә эшләүселәр. Тик һуңғы йылдарҙағы һанлаштырыу унан өҫтөнлөк ала. Ҡала төҙөлөшөндә эшләү өсөн замандан аҙ ғына алда атлау зарур.
Сәрүәровтарҙың ҡыҙы Регинаның хеҙмәт урыны күрше кабинетта ғына. Бала сағынан уҡ әсәһенең эшен оҡшатҡанға, Регина ла архитектор булырға ҡарар иткән. Әле әсәһе менән бергә көьяҡ ҡапҡа проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнаша, тармаҡ буйынса үткәрелгән конкурстар лауреаты. Башҡортостанда уҙған хеҙмәт династиялары конкурсында еңеүсе ғаилә республика көнө алдынан тәбрикләнәсәк.
Рәмилә Исмәғилева