“Фәтих” дрондар менән дошманды юҡ итә

Окоптан – дрон операторына. Благовещендан Данил Фәтхинуров 2022 йылда махсус хәрби операцияға китә. Хәрби юлын Херсонда башлай. Бөгөн ул пилотһыҙ осҡостар ротаһында хеҙмәт итә. Ул ебәргән дрондар дошмандың техникаһын, нығытмаларын һәм һалдаттарын юҡ итә. Яугир тураһында “Башҡорт батальоны” каналы хәбәр итә. Данил Фәтхинуров алғы һыҙыҡта “Фәтих” тигән позывной һайлаған. Яҡташыбыҙ фронтта күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлығы өсөн икенсе дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы, генерал Шайморатов ордены һәм миҙалы менән бүләкләнгән. Өйҙә уны тормош иптәше, ике балаһы, атаһы һәм туғандары көтә. Башҡортостанда ир-егеттәрҙе ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге пилотһыҙ осҡостар батальонына саҡырыу дауам итә.