Ул 2022 йылда 3-сө армия корпусында булдырылды. Хәрби берләшмә тарихында Миңлеғәли Шайморатов исемендәге башҡорт батальоны айырым урын алып тора. Уны ойоштороу башланғысын һәм уға Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов исемен биреүҙе Алик Камалетдинов тәҡдим итте. Бөгөн ул Башҡортостан башлығы кәңәшсеһе. 2022 йылдың авгусында шайморатовсылар алғы һыҙыҡҡа ебәрелде. Батальондың 3 меңдән ашыу һалдаты фронтта күрһәткән ҡыйыулыҡ һәм батырлығы өсөн Ҡаһарманлыҡ, Шайморатов, Салауат Юлаев ордендары, Суворов, Жуков миҙалдары һәм башҡа наградалар менән бүләкләнгән. Бөгөн яугирҙар хәрби бурыстарын үтәүҙе дауам итә.