Был турала Республика Хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Айгөл Ширәйева ике йыл буйы махсус хәрби операцияла була. "Ферзь" позывнойын ала. 5 хәрби-ялан госпиталендә яугирҙарға ярҙам күрһәтә. Быйыл апрель айында ул "Ғаилә" милли проекты буйынса социаль контракт төҙөй, реабилитация кабинетын булдыра. Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, быйыл адреслы социаль ярҙам менән 127 махсус хәрби операция ветераны үҙ эшен башлаған.