Башҡортостанда уңайлы ҡала мөхите конкурсында тағы биш проект еңеүсе булды

Тағы ла биш проект уңайлы ҡала мөхите булдырыу бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе тин танылды. Тимәк тағы ла биш заманса төҙөкләндерелгән йәмәғәт урындары ҡала һәм ауыл халҡын һөйөнөдәрәсәк, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрендә. Конкурс «Тормош өсөн инфраструктура» милли проекты сиктәрендә ойошторола һәм Башҡортостан унда йыл да лидерҙар рәтендә. Федераль ярҙам менән республикала 31 проект тормошҡа ашырылған. Тағы һигеҙендә әле эштәр дауам итә. Был юлы Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ашҡаҙар аръяғы: тоҙло пристань дауамы» проекты. «Туймазының беренсе урамы», «Благовещен,Һыу мәҙәниәте», «Яңауылдың икенсе яғы: төньяҡ быуа янында» һәм «Малаяҙдың үҙәк майҙаны: ер хәтере һәм ваҡыт семәре» проекттары еңеү яуланы. Был уңышҡа өлөш индергән һәр кемде-муниципалитет командалары, Башҡортостандың ҡала һәм ауылдарын үҫтереү институты вәкилдәре, Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм төбәк халҡын ҡотлайым, тип яҙа Радий Хәбиров.