«Салауат» предприятиеһы Ағиҙелдең һул ҡушылдығында ҙур экологик акция ойошторҙо. Республикала тәбиғәтте һаҡлау һәм тергеҙеү эштәре тураһында ентекләберәк киләһе яҙмала.
Меңәрләгән уҡбалыҡ «яңы йортло» булды. Улар Ҡағы йылғаһын байытыу өсөн махсус лабораторияла үҫтерелгән. Экологик акцияны ойоштороусы булып «Салауат» яуаплыллығы сикләнгән йәмғиәт сығыш яһаны
Һуңғы биш йылда республикала балыҡ үрсетеү буйынса әүҙем эш алып барыла, әммә Урал аръяғы төбәктәрендә хәл бер аҙ тотҡарлана килде. Уҡбалыҡ селбәрәһе ебәреү өсөн йылғаларҙың температураһы, уның ағымы һәм башҡа үҙенсәлектәр иҫәпкә алынды. Һөҙөмтәлә, Ағиҙелдең һул ҡушылдығы иң уңайлыһы булып сыҡты. Рәсәй балыҡ хужалығы агентлығы белгестәре аҙыҡ базаһының да етерлек кимәлдә булыуын билдәләгән.
Белорет районында күләмле экологик акция тәүге тапҡыр ойошторолдо. Ҡағы йылғаһына балыҡ ебәреү Иҙел башы өсөн генә түгел, бөтә республика өсөн дә мөһим, сөнки Ағиҙел Башҡортостандың күп кенә ауыл-ҡалалары аша үтә.
«Салауат» предприятиеһы ла йылғаға балыҡ ебәреү акцияһын тәүгә ойошторҙо. Шулай ҙа, ойошма тарафынан экологик саралар даими үтә. Йылға буйҙарын сүп-сарҙан таҙартыу, төрлө социаль объектарҙың эргә-тирәһен төҙөкләндереү эштәрҙең ҡайһы берҙәре генә. Улар бының менән генә сикләнмәй, артабан республика төбәктәрен таҙараҡ һәм матурыраҡ итергә ниәтләй.
Азат Ғәлиуллин