Республикала сығарылыш уҡыусылары мәктәптән һуң, уҡыуҙы урта махсус уҡыу йорттарында дауам итергә әүҙем ынтыла. Башҡорт мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына мәҫәлән, дүрт һөнәр буйынса дүрт йөҙгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Халыҡ ижады, хореография, театр сәнғәте иң популяр йүнәлештәрҙең береһе. Әйткәндәй, Стәрлетамаҡ колледжын тамамлаған белгестәр республика мәҙәниәт учреждениеларында ҙур ихтыяж менән файҙалана.