Өфөлә Пугачев урамын төҙөкләндереү сентябрҙә тамамланырға тейеш

Юлдарҙы ремонтлау һәм төҙөү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, объектың төп өлөшө файҙаланыуға тапшырылғас та, косметик эштәр ҡала. Әлеге ваҡытта урында тротуарҙар һалына, бордюрҙар урынлаштыра. Унан һуң, юлға асфальттың өсөнсө ҡатламы түшәләсәк. Урында ун берәмек техника һәм 150-ләп хеҙмәткәр эшләй.

Пугачев урамы-Өфөнөң мөһим транспорт артерияларының береһе. Ул Нуғай шоссеһы яғынан Дуҫлыҡ монументы эргәһендәге Салауат Юлаев проспекты менән тоташтыра. Реконструкция 2022 йылда уҡ башлана. Яңыртылған юлдың оҙонлоғо-2,5 саҡрым. Реконструкция бер нисә этапта барҙы. Һуңғыһын 1 сентябргә тиклем тамамлау күҙаллана.