Аграрийҙарға ашлыҡ һатыуҙы кисектереп торорға кәңәш ителә

Әле иген күп һәм хаҡтар ҙа түбән. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, яңы йылға тулы келәттәр менән инеү яҡшыраҡ. Әлегә майлы культураларҙы һатыуға сығарыу отошло.