«Сәләмәтлек поезы» Өфө районының Шамонин ауылында халыҡты өс көн ҡабул итә

Сәләмәтлек поезы Өфө районы Шамонин ауылына ла килде. Мобиль медицина комплексы унда өс көнгә туҡтаны. «Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә табиптар ауылдар буйлап 2019 йылдан бирле йөрөй.

Сәләмәтлек поезы Шамонин ауылында етенсе тапҡыр. Бындағы табип амбулаторияһы Шамонин һәм уның эргәһендәге ауылдарҙағы ете мең тирәһе кешене хеҙмәтләндерә. Баш ҡалаға яҡын булыуға ҡарамаҫтан, йәшәгән урында сиратһыҙ ғына тар профилле белгестәргә халыҡ күренеп ҡалырға тырыша.Сөнки алдан яҙылып ярты ай самаһы көтөргә кәрәк түгел.

Амбулатория майҙанында 21-се ҡала клиник дауаханаһы табиптары халыҡты ҡабул итте. Пациенттар электр кардиограммаһы үтте, УЗИ-ға инде, онкологтан, эндокринологтан, кардиологтан консультация алды, күреү һәләтен тикшертте.

Акция сиктәрендә халыҡҡа диспансеризация үткәрелә. Ҡан, бәүел анализдары тапшырыла, күҙ эсе баҫымы үлсәнә, табип-терапевт консультацияһы, флюорография, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн маммография үткәрелә, гинеколог ҡабул итә.

Сәләмәтлек поезы Өфө районы ауылдары буйлап 24 авгусҡа тиклем йөрөй. Иртәгә ул Шмидтов,артабан Зубов, Булгаков һәм Оьховое ауылдарына бара.

Рәмилә Исмәғилева