Стратегик башланғыстар агентлығы Башҡортостандың ышаныслы партнеры булып тора

Был турала социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙа. - Беҙҙең хеҙмәттәшлек 2011 йылда башланды. Башҡортостанда  инвестиция  шарттарын яҡшыртыу буйынса стандарт һыналды. Ошо ваҡыттан алып ҙур эштәр башҡарылды. Милли инвестиция рейтингында 40-сы урындан 3-сөгә күтәрелдек. Республикаға инвесторҙар килә, бында уңайлы һәм табышлы эшләргә мөмкин, - ти  Радий  Хәбиров.  Стратегик  башланғыстар агентлығы быйыл  15йыллығын  билдәләй. Ул  2011 йылдың авгусында  булдырылды.