Ярты йылда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар менән 172 социаль контракт төҙөлгән

  Был турала  Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау  министры  Ольга  Кабанова  белдерҙе.  Эш эҙләү, эшҡыуарлыҡ, шәхси хужалыҡ алып барыу, тормош ауырлыҡтарын еңеү буйынса килешеүҙәр төҙөлгән.  Уларҙың дөйөм  суммаһы  380 миллион  һум. - Бизнес-башланғыстарҙың  71 проценты  социаль контракт тамамланғандан һуң  да ғәмәлгә  ашырыла, был йүнәлештә  бизнес-шерифтар ярҙам итә, ти Ольга Кабанова.