Республика сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығы Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында 423 миллион һумлыҡ килешеүҙәр төҙөргә ниәтләй. Инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу ниәттәре тураһында 4 документҡа ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Ведомство етәксеһе Константин Климин белдереүенсә, иң ҙур килешеү - Стәрлетамаҡта ресторан төҙөлөшөнә ҡағыла. Был проект өсөн 200 миллион һумға яҡын инвестиция йүнәлтелә. Шулай уҡ Кушнаренко районында юл яны комплексы, Өфө районында медицина тауарҙарын һәм аҙыҡ-түлек һаҡлау комплекстары төҙөү буйынса килешеүҙәргә ҡул ҡуйылырға тейеш. Сибайҙа Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы 14-15 августа уҙғарыла.