"Башҡортостан" полкы өсөн гуманитар ярҙам йыйыла

  Республика  халыҡ фронты  шундай башланғыс менән сыҡҡан, Радий  Хәбиров был тәҡдимде хуплаған.  Быйыл ғинуар-июнь айҙарында халыҡ фронты вәкилдәре гуманитар йөк менән махсус хәрби операция  биләмәһенә  68 тапҡыр барған.  210 тонна кәрәк-яраҡ тапшырылған. 73 подразделениеға ярҙам  күрһәтелгән.  Хәрбиҙәргә 25 автомобиль, дрондар, элемтә приборҙары, медицина препараттары, кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡ килтерелгән.