Социаль фондтан хәбәр итеүҙәренсә, пенсия йәшенә тиклем ике йыл алдан бүлексәгә килергә кәрәк. Белгестәр шәхси мәғлүмәттәрҙе тикшерә, армияла хеҙмәт, яҡындарҙы ҡарау, декрет ваҡытын иҫәпкә ала. Быйыл ҡатын-ҡыҙҙар хаҡлы ялға 59 йәштән сыға, ир-егеттәргә пенсия 64 йәштән бирелә.