Фестиваль ҡунаҡтарын башҡа йылдарҙағы кеүек бер стакан һөт көтә, балалар бушлай туңдырма менән һыйлана ала. Фермер баҙары, сыр кибете, гастрономия зонаһы, күңел асыу программаһы, оҫталыҡ дәрестәре, концерт ҡаралған. Быйыл сара башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала. Уҙған йыл сарала 83 мең самаһыкеше ҡатнашҡан. Һөт ризыҡтары байрамы 29 августа “Ҡашҡаҙан” паркында була.