Дисней йәнһүрәте геройҙары башҡорт телендә. «Балалар» проекты донъяның ҙур медиакорпорация йырҙарын тәржемә итеүгә тотонған. Йылдар дауамында тормошҡа ашырылған проект үҙ тамашасыһын тапҡан майҙансыҡ булараҡ билдәле. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Был проектты тормошҡа ашырыу команда авторҙарының сабыйҙары тыуғандан һуң барлыҡҡа килә. Йәнһүрәттәрҙәге тарих мөхәббәткә нигеҙләнгән. Проекттың төп маҡсаты-балаларға таныш йәнһүрәттәр һәм йырҙар аша башҡорт телен популярлаштырыу.
Малай-ҡыҙҙарға йәнһүрәттәр көсләп тағылмай, ә уйын форматы аша еткерелә. Сөнки бөтә балалар ҙа телефондарҙа ултыра, ә был уларға барып етһен өсөн берҙән-бер юл. Тамашасыларға айырыуса «Мулан» һәм «Һалҡын йөрәк» йырҙарының башҡорт версиялары оҡшаған. Әлеге ваҡытта «Арыҫлан Король», «Русалка» йәнһүрәттәре йырҙары яҙҙырыла.
Йырсыға тауыш яҙҙырыу өсөн ярты сәғәттән бер сәғәткә тиклем ваҡыт талап ителә. Йырҙар проект авторҙары һәм башҡарыусылары өсөн бала саҡтан таныш, шуға ла эш еңел бирелә.
Башҡорт телен Дисней йәнһүрәттәре йырҙары аша өйрәтеү ижади эксперимент ҡына түгел. Проект командаһы таныш көйҙәр балалар өсөн туған телгә тәүге аҙым булыр тип өмөтләнә.
Фидан Монасипов