Башҡортостан башлығы төбәктең оператив штабы ултырышын үткәрҙе

Кәңәшмәлә министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, шулай уҡ хоҡуҡ һаҡлау органдары, оператив хеҙмәт вәкилдәре ҡатнашлығында стратегик объекттар өсөн һаҡлауҙы көсәйтеү тураһында һүҙ барҙы. Дошмандың пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүменең артыуына бәйле, Радий Хәбиров өҫтәмә хәүефһеҙлек сараларын күреү кәрәклеген билдәләне. Фекер алышыуҙан һуң, мөһим объекттар исемлегенә индерелгән предприятие етәкселәренә тәҡдимдәр индерелде.