Радий Хәбиров МХО яугирҙары иҫтәлеген мәңгелләштереү мәсьәләләре буйынса ултырыш үткәрҙе

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән граждандар иҫтәлеген мәңгелләштереү һорауҙарына арналған ултырыш үткәрҙе. Көн тәртибендә республика яугирҙарының ҡаһарманлығын тарих өсөн дөрөҫ һәм объектив һаҡлау, документтарҙы милли архивҡа индереү, улар тураһында киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртыу, тапшырыуҙар әҙерләү мәсьәләләре билдәләнде. БСТ каналы журналистары алғы һыҙыҡта командировкаларҙа булып 1300 репортаж төшөргән, меңдән ашыу видеоматериал архивҡа тапшырылған. Телеканал эфирҙарында «Геройҙар дәүере», «Үҙебеҙҙекләрҙе ташламайбыҙ», «Махсус хәрби операция яңылыҡтары», «Ватанды һаҡлаусылар» программалары даими сыға.

Республика башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға әүҙем ярҙам иткән, гуманитар ылауҙар оҙатҡан муниципалитеттарҙы онотмаҫҡа, шулай уҡ ирекмәндәрҙәң фиҙаҡәр хеҙмәтен билдәләү маҡсатын ҡуйҙы. Яҡын арала республикала махсус хәрби операцияға арналған айырым музей ҙа ойоштороу күҙаллана.