Республиканың 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү төбәк үҙәгенә 10 йыл тулды

Был ваҡыт эсендә диспетчер хеҙмәтенә ярҙам һорап 20 миллиондан ашыу шылтыратыу килгән. Иҫтәлекле дата уңайынан республиканың колонналар залында ведомствоның иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре тәбрикләнде. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.

112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгендә эшләүселәр пилотһыҙ осоусы аппаратар һөжүме тураһында хәбәргә күнегеп бөткән. Шул минуты- секундында ул тейешле органдарға еткерелә. Янғын сыҡҡан, һыуға батҡан, урманда аҙашҡан, ҡар таҙартылмаған.. халыҡтан ошондай юҫыҡтағы хәбәрҙәр яуып ҡына тора. Бөтәһенә лә яуап бирергә, кәрәкһә ярҙам ебәрергә, тынысландырырға кәрәк. Гөлшат Баймөхәмәтова бының өсөн психолог һөнәренә уҡыған.

Сажиҙә Әхмәтова иһә диспетчер булғанға тиклем эске эштәр министрлығында эшләгән. Хаҡлы ялға сыҡҡас үҙләштергән был һөнәрҙе көн дә кешеләр менән аралашыу мөмкинлеге өсөн ярата.

Тәү ҡарашҡа ҡәтғилек, һалҡын ҡанлылыҡ талап иткән был һөнәрҙә эшләүселәрҙең күбеһе ижад кешеһе икән. Колонналар залындағы байрам уларҙың үҙҙәренең сығыштары менән биҙәлде. Сажиҙә Әхмәтова утыҙлаған йыр авторы булһа, Динара Сәрүәрова бейеүсе, Искәндәр Нәсибуллин йырсы. Ә эштә уларҙың бөтәһен дә бер маҡсат берләштерә- кеше ҡотҡарыу.

Ашығыс шылтыратыуҙар ҡабул итеү һәм халыҡҡа оператив ярҙам итеү үҙәге эшмәкәрлеге үҫеш юлында. Хеҙмәттең үҙ мобиль ҡушымтаһы ла барлыҡҡа килде. Сөнки тиҙлек был эштә иң мөһиме. Сөнки һәр секунд кеше ғүмеренә торошло булыуы ихтимал.

Рәмилә Исмәғилева