Республика аграрийҙары 1 миллион 300 мең тонна ашлыҡты ырҙын табағына оҙатты

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлылар 405 мең гектарҙа йыйып алынған. Уртаса гектар ҡеүәте 34 центнер. Был күрһәткес тә былтырғынан юғарыраҡ. Тулайым иген һуғыу буйынса ҙур айырма менән Стәрлетамаҡ районы алда бара, унда 123 мең тонна урылған. Ауырғазы игенселәре-98 мең тонна, Дәүләкән һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары 85-әр мең тонна иген һуғып алған. Йылдың мөһим кампанияһында студенттар отряды ла әүҙемлек күрһәтә. Саҡмағош районынан БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин әҙерләгән репортажда.

Ә был оҙайлы ремонтҡа килтереүе мөмкин. Шуға ла техниканың төҙөклөгөнә даими күҙәтеү талап ителә. Башҡорт дәүләт аграр университет студенты Мирас Ғиззәтуллин тәүге тапҡыр комбайн руле артына былтыр ултыра. Һәм бер йыл эсендә ул Воронеж, Тамбов, Пенза һәм Һамар өлкәләрендә лә етерлек тәжрибә туплап өлгөргән. Хәҙер тыуған яғының баҫыуҙарында уңыш йыя

Студент отряды десанты «Базы» ауыл хужалығы предприятиеһының ужым бойҙайы баҫыуҙарын һуғыуға төштө. Йыл башында эш башлаған машина-технология компанияның йәш механизаторҙар әҙерләүҙә ярҙамы ҙур. Дүрт студент тәжрибәле комбайнсылар менән тиң эшләй. Шулай ҙа инструктаж алырға онотмайҙар, сөнки ул кәрәкле уҡыу процестарының береһе.

Тап быйылдан студенттар юғары уҡыу йортоноң машина-технологик компания араһында төҙөгән килешеүе нигеҙендә практика үтә. Хеҙмәт хаҡын да түләү ҡаралған.

Миҙхәт Төхвәтуллин, «Башаҡ» студенттар махсуслаштырылған отряды командиры, Башҡорт дәүләт аграр университетының практикаларҙы ойоштороу һәм эшкә урынлаштырыу бүлеге мөдире ике яҡ килешеүенә ярашлы, студенттар рәсми рәүештә практика үтә. Ул киләсәктә йәш механизаторҙарға эш урындары табыу, иҡтисад секторын белгестәр менән тулыландырыу йәһәтенән отошло. Шуға ла уларҙы төрлө яҡлап өйрәтергә, хупларға ла кәрәк.

Әйткәндәй, әле республикала ужым культураларының 90 проценты тиерлек йыйып алынған, гектарынан уртаса уңыш кимәле 36 центнер. Дөйөм йыйым 1 млн 300 мең тоннанан ашҡан. Бынан тыш ҡайһы бер райондарҙа яҙғы культураларҙы урып-йыйыу башланған. Әлегә 130 мең самаһы сабылған да инде. Иң мөһиме, һауа торошо ғына ыңғай торһон.

Азат Ғәлиуллин