Иглин районында ирекмәндәр МХО яугиры менән осрашты

Иглин районының «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» ирекмәндәр штабында махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир менән осрашыу үтте. «ОТА» ҡушаматлы яугир үҙ теләге менән махсус хәрби операция биләмәһенә юлланған. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡатйҡанда ул штаб ирекмәндәре менән осрашып өлгөрөргә тырыша. Иглин ирекмәндәре хәрбигә экскурсия ойоштороп, бүләктәр тапшырҙы. Күңел йылыһы менән үрелгән маскировка селтәрҙәре, йылы кейемдәрҙе ул алғы һыҙыҡтағы иптәштәренә алып барасаҡ. Үҙ сиратында гүзәл заттар махсус хәрби операция яугираҙарына ярҙам йыйыу өсөн көн дә штабта йыйыла. Уларҙың көсө менән райондан тиҫтәләрсә гуманитар ылау оҙатыла.

ялға ҡайтҡанда яратҡан штабҡа инмәй китә алмайым. Ҡыҙҙарға оло рәхмәтемде, иптәштәрҙән сәләмдәрҙе еткерҙем. Дронға ҡаршы япмалар мине һәм иптәшемдең ғүмерен һаҡлап ҡалды, шуға ла ирекмәндәр ярҙамы бик мөһим.

«Ота» ҡушаматлы яугир