Хакимиәт шәхси ҡабул итеү барышында адреслы ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре буйынса 600-ҙән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән, уларҙың 580 үтәлгән, 20 мөрәжәғәт буйынса әләеге ваҡытта эш алып барыла.«Ярҙам талап ителгәндә, район хакимиәтенә төрлө мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн мөрәжәғәт итә алаһығыҙ» тине Олег Котов. Райондың социаль координаторҙары ла яугир әсәләре менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Быйыл ғинуарҙан Ленин районында йәшәүсе 27 һалдат әсәһе махсус клубҡа берләшкән.
«Герой әсәйҙәре» клубын «Йәдкәр» мәҙәниәт йорто директоры Валентина Урлапова етәкләй. Валентина Юрьевнаның үҙенең улы ла әлеге ваҡытта махсус хәрби операцияла.
Клуб яугир әсәләренә ярҙам итеү өсөн даими осрашыуҙар, психологик тренингтар һәм оҫталыҡ дәрестәре, Өфө һәм Башҡортостан буйлап экскурсиялар уҙғара, театрҙарға, концерттарға, байрам сараларына саҡыра.Уландарын юғалҡан әсәләргә туланып бергә аралашыу һәм дуҫлашыу, ҡайғыларҙы үткәрергә, алғы һыҙыҡтағы ҡалған яугирҙарға Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ярҙам итергә көс бирә.