Сибайҙа “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйы барышында бөгөн “Экспортта яһалма интеллект” уйыны уҙа

Сара яһалма интеллект һәм тышҡы иҡтисади эшмәкәрлек өлкәһендәге федераль эксперттар менән берлектә ойошторола, тип белдерәләр Республика Хөкүмәтенән. Ҡатнашыусылар яһалма интеллект-аналитика  ярҙамында өҫтөнлөклө сит ил баҙарҙарын һайлай, коммерция тәҡдимдәрен әҙерләүҙе автоматлаштыра һәм халыҡ-ара баҙарҙарға сығыу стратегияһын эшләй ала.