Инвестиция һабантуйында инвесторҙар менән яҡшы эшләгән хакимиәттәр билдәләнә

Лидерҙарҙы бүләкләү сараһында Башҡортостан башлығы, шулай уҡ Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм стратегик башланғыстар агентлығы вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә.  “Урал аръяғы” һабантуйында һөҙөмтәләр яһау матур традицияға әйләнде”, - тип белдерҙе Башҡортостан хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары -  Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов. Муниципалитеттар 84 күрһәткес буйынса баһалана.