Уны Өфө ҡалаһы Совет районы ирекмәндәре туплаған. Һалдаттар өсөн кәрәк-яраҡ йыйыуҙа халыҡ, ойошма һәм предприятиелар ҡатнашҡан. “Ватан һаҡсыларына генератор, маскировка селтәрҙәре, эш ҡоралдары, автомобиль тәгәрмәстәре ебәрелде. Фронтҡа ярҙам итеү төп бурыс булып ҡала”, - тип белдерҙе Совет районы хакимиәте башлығы Айҙар Бәзғетдинов.