Салауат Юлаев һәйкәлен ҡойоу эштәре ҡасан башланасағы билдәле булды

Республика Хөкүмәтендә Рәсәй художество академияһы вәкилдәре ҡатнашлығында Салауат Юлаев һәйкәлен реставрациялау буйынса кәңәшмә үтте. Учреждение президенты Василий Церетели билдәләүенсә, реставрация эштәре планға ярашлы ойошторолған: әле мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау тураһындағы ҡануниәткә ярашлы процедуралар уҙғарыла. Кәңәшмәлә һәйкәл ҡойоу ҡасан башланыуы тураһында ла иғлан ителде. Скульптура төбәк етәксеһе билдәләгән ваҡытҡа-2027 йылдың октябренә үҙ урынына ҡайтасаҡ.

Скульптураның барлыҡ деталдәре лә ҡалыпҡа һалыуға әҙерләнде. Барлыҡ тейешле рәсми процедуралар үтәлгәндән һуң ҡалып яһалып, бер үк ваҡытта һәйкәл ҡойоу башлана. Ваҡытында тамамлау маҡсатында өҙлөкһөҙ эш процессы ойоштороу ҡаралған.

Василий Церетели, Рәсәй художество академияһы президенты