Был хаҡта төбәктең ауыл хужалығы министрлығы белдерә. Былтырғы менән сағыштырғанда һандар ҡырҡ процентҡа күберәк. Ҡош киҙеүе сәбәпле йомортҡа етештереүе ваҡытлыса туҡтаған «Башкирская» ҡошсолоҡ фабрикаһы ла быйыл производствоны алтмыш процентҡа арттырыуға өлгәшкән. БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ентекләберәк.
Өфөнөң Затон биҫтәһендәге яңы йортҡа күскәндән бирле Илмира Нәғим ҡыҙы ауыл йомортҡаһы ғына ҡуллана. Әлбиттә, күп ҡатлы йортта тауыҡтар аҫырау мөмкинлеге юҡ. Күбеһе ауылдан булған күршеләр алып килә. Хаҡы магазиндыҡынан аҙ ғына юғарыраҡ булһа ла, ҡалала йәшәүсе ханым шәхси хужалыҡтыҡына өҫтөнлөк бирә. Уның ҡабығын да әрәм итмәй, кире тауыҡтарға биреү өсөн йыя.
Миллионлы ҡаланы әлбиттә, ауылдан килтерелгән йомортҡа менән генә тәьмин итеп булмай. Өс йыл элек Авдондағы ҡошсолоҡ фабрикаһында киҙеү таралыуы сәбәпле магазин кәштәләре бушап ҡалды. Йоғошло сир арҡаһында хужалыҡтағы тауыҡтарҙы юҡ иткәндән һуң өс йыл ваҡыт үтте. Республиканың ауыл хужалығы министрлығы билдәләүенсә, йомортҡа етештереү яйланған һәм тейешле күләмгә күтәрелгән.
Магазиндарҙа йомортҡаның төбәктә етештерелгәне лә, ситтән килтерелгәне лә бар. Хаҡтар өс йыл элек дефицит мәлендә күтәрелһә, хәҙер ул тешләшмәй.
Эксперттар фекеренсә, Волга буйы федераль округында Башҡортостан йомортҡа етештереүҙә лидерҙар иҫәбенә сығасаҡ.
Ситкә лә сығарыла. Республикалағы тауыҡ-бройлерҙар үҫтереү буйынса ҡошсолоҡ предприятиеһы 2,4 миллиондан ашыу йомортҡа экспортлаған;
Благовар ҡасабаһындағы ҡошсолоҡ фабрикаһы Ҡаҙағстанға 67,2 мең инкубацион йомортҡа һатҡан.
Утыҙ дана йомортҡа даими рәүештә Себергә лә еткерелә. Ямал- ненец округында эшләгән вахтасы яҡташыбыҙ хатта йомортҡа календары төҙөгән. Бер айға эшкә киткәндә ул тыуған яғынан утыҙ йомортҡа алып бара һәм уны ҡайтҡансы еткерә. Көн дә сторисҡа һалына барған календарҙы тотош йәмәғәтселек күҙәтә һәм йомортҡа шутлай.
Тәү ҡарашҡа тауыҡ йомортҡаһы ғына, ә ысынында ул иҡтисадтың «һарыһы»н билдәләй. Сөнки күп аҙыҡ составына тап йомортҡа ҡушыла. Уның дефицитынан был бөтөнлөк юғала. Бәләкәй генә йомортҡа ла аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең нигеҙе.
Рәмилә Исмәғилева