Быйыл да баҡсасылар ҡабаҡтан мул уңыш йыйып, йәрминкә майҙансыҡтарында йәшелсә менән һатыу итә башланы. Йәмәғәт туҡланыу урындарында ла ҡабаҡ күпләп йәйге менюға индерелә. Ҡышҡылыҡҡа күп төрлө ризыҡтар әҙерләүселәр ҙә бар. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә
Ҡабаҡтан рулет эшләр өсөн иң тәүҙә 200-300 грамм ауырлыҡтағы йәшелсәне нәҙек итеп турарға, унан һуң киҫәктәр ике яҡтан да берәр минут асыҡ утта ҡыҙҙырыла. Өфө ресторандарының береһендә ҡабаҡ өҫтөнә тоҙ, грузин аджикаһы ла өҫтәп һөртөлә. Рецептҡа ярашлы, эстәлеге өсөн эремсекле һәм йомшаҡ сырҙар файҙаланыла, уларға туралған һарымһаҡ менән укроп та ҡушыла. Йомроҡастар эшләнгәндән һуң һыуынған ҡабаҡ киҫәктәре менән уратып һалына.
Аҙ калориялы һәм еңел үҙләштерелгән йәшелсә йыш ҡына диетик һәм балалар туҡланыуына ла индерелә. Массаһының күп өлөшө һыуҙан тора, файҙалы матдәләре-калий, магний ҙа бар. Йөрәк-ҡан тамырҙары һәм тире өсөн файҙалы компоненттары күп. Йәшелсәне сей килеш тә, быҡтырып бешереп тә ашарға мөмкин.
Өфөнән Жанна Сорокина ла баҡсалағы уңыштан күп төрлө ризыҡтар әҙерләй. Әле майонезлы ҡабаҡ икраһына сират еткән. Шулай уҡ ул туралған йәшелсә киҫәктәренә ананас һыуы ҡушып та консервалау оҫталығына өйрәнгән. Ҡабаҡты йәйгеһен йыйып ҡына өлгөр, ҡышҡылыҡҡа туңдырырға ла мөмкин.
Өфөләге ауыл хужалығы йәрминкәләрендә лә ҡабаҡ халыҡҡа күпләп тәҡдим ителә. Хаҡы ла бик арзан ҡуйылған.
Гөлназ Хәйбуллина