«Урал аръяғы-2026» инвестиция һабантуйында ҡала хакимиәте башлығы Сергей Озерцовҡа Бөтә донъя һөнәрселек советы президенты Надя Меер иҫтәлекле гранит таҡта тапшырҙы. Сибай был халыҡ-ара сертивикатҡа таштан художество изделиелары һәм милли биҙәүестәр етештергәне өсөн лайыҡ булды.
Мин Башҡортостанға,Өфө һәм Сибайға ғашиҡ булдым. Һеҙҙә иҫ киткес оҫталар, хеҙмәт кешеләре йәшәй. Мин мәҙәниәттәр һәм халыҡты берләштергән был сертификатты ҙур кинәнес менән тапшырам, тине Надя Меер. Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы статусы -халыҡ кәсептәре мәҙәни үҙенсәлекте билдәләгән, иҡтитсадты, туризмды үҫтереүгә өлөш индергән ҡалаларға тапшырыла. Һөнәрселек өлкәһендә иң юғары халыҡ-ара баһаларҙан һанала. Уға ярашлы, Сибайға һөнәрселекте мираҫын һаҡлау, үҫтереү, оҫталарға килем алыу шарттары булдырыу, ҡул эштәрендә инновациялар индереү һәм мәҙәни туризмды киңерәк йәйелдереү бурысы йөкмәтелә.
Радий Хәбиров Сибай халҡын ҡала көнө менән дә ҡотланы. Үҙ сығышында ул хеҙмәт һөйөүсәнлек һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн оло рәхмәтен белдерҙе. Сибай халҡы тотош республика кеүек үк Барыһы ла еңеү өсөн девизы аҫтында берләшкән. Ҡатмарлыҡтарға ҡарамай ҡала үҫеш юлында. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйы ла ошо әүҙемлекте финснес яҡтан нығытыу сараһы.