Күләмле иҡтисади проекттарға нигеҙ һалған сара 8-се тапҡыр меңдәрсә кешене берләштерҙе. Форумда Рәсәйҙең тиҫтәнән ашыу төбәге һәм Көньяҡ Африка, Конго республикаһы, Төркиә, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Беларусь делегациялары ҡатнаша. «Урал аръяғы» инвестиция һабантуйының быйыл төп темаһы-Еңеү иҡтисадын үҫтереүгә бағышланған. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшҡыуарлыҡҡа йәлеп итеү, Көнбайыш илдәре баҫымы шарттарында үҙебеҙҙең предприятиеларҙы үҫтереү, бизнесҡа ярҙам саралын арттырыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр иғтибар үҙәгендә булды.