«Йөрәк нимә тураында һөйләй» халыҡҡа ярҙам хәйриә фонды Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында балаларға спорт фестивале ойошторҙо. Донъяның билдәле спортсыһы, грепплинг буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, 2007 йылда Бразилия джиу-джитсуһы еңеүсеһе Джеф Монсондан оҫталыҡ дәрестәре,спорт уйындары, сәхнә йондоҙҙары сығыштарына үрелеп барған күркәм сара хаҡында тулыраҡ киләһе яҙмала.
Спорт байрамы дәртле бейеүҙәрҙән башланды. Балаларҙың йөрөктәре Регина Туҡтарова менән бер ритмда типте. Әйткәндәй, хореограф биш йәшенән спорт бейеүҙәре менән шөғөлләнә. Улы Матвей көрәш секцияһына йөрөй, киләсәктә билдәле спортсы булырға теләй. Балалар рәхәтләнеп ял итһен, төрлө спорт төрҙәре менән яҡындан танышһын өсөн фестивалде ойоштороуылар айырым тырышлыҡ һалған.
Роберт Шәймәрҙәновтың тәрбиәләнеүсеһе Есиф Әбилев бокс буйынса 2024 йылғы Башҡортостан беренселеге еңеүсеһе.Үҫмер киләсәктә был спорт төрө буйынса донъя чемпионы буылырға хыяллана. Ә бына Урал исемле малай Джефф Монсондың үҙе менән рингҡа сыҡты. Донъяның билдәле спортсыһынан көрәш алымдарын үҙләштерҙе.
Джефф Монсон 11 йәшенән классик көрәш менән шөғөлләнә башлай. Спорт карьераһы барышында 60 тапҡыр еңеү яулай.Грепплинг буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, 2007 йылда Бразилия джиу-джитсу еңеүсеһе Башҡортостанда өс тиҫтәгә яҡын көрәш мәктәбен ойошторған. Республика үҫмерҙәрен көслө һәм рухлы итеп күрергә теләй.
Ә был майҙанда бәләкәстәр йылғырлыҡта, етеҙлектә ярышты.Балаларҙың сығыштарына ата-әсәләре дәрт-ҡеүәт өҫтәне.
Ҡашҡаҙандағы спорт байрамына ата-әсәләрҙең балалары менән бергә килеүе ҡыуаныслы хәл.Сәләмәт тормош яҡлы өлкәндәр үҙҙәре балаларына яҡшы өлгө күрһәтте.
Ғаилә ҡиммәттәрен, дуҫлыҡты һәм татыулыҡты популяштырған сара һуңында бағыусыларҙан лотерея билеттары уйнатылды. «Ҡашҡаҙан» ял һәм мәҙәниәт паркында ойошторолған байрам балаларҙы спорттағы еңеү ул кәштәләге кубок ҡына түгел, ә һынау, дуҫыңа ярҙам итеү, хәрәкәттә бәрәкәт икәнәнен иҫбатланы.
Гүзәл Борханова