Яугирҙарға быҡтырылған ит оҙатылған

Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов исемендәге батальон һалдаттары гуманитар ылау алған. Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы коллективы яҡташтарыбыҙға мышы итенән әҙерләнгән консервалар ебәргән. “Хәрбиҙәрҙең яуабы оҙаҡ көттөрмәне. Ир-егеттәр быҡтырылған мышы итен яратып ашаған. Республика һунарсыларына ҙур рәхмәт, дөйөм эшкә улар ҡушылды, ярҙам итте. Яугирҙарыбыҙҙы Еңеү менән тыуған яғыбыҙҙа көтәбеҙ”, - тип яҙған социаль  елтәрҙә ведомство башлығы  Нияз Фазылов.