Туймазы районының Серафимовка махсус мәктәп-интернатында тәрбиәләнеүселәр һыу ятҡылығы тирәләй ярты километр биләмәне тәртипкә килтергән. Өмә “Рәсәй һыуы” экологик акцияһы барышында ойошторолған. Был турала Туймазы районы хакимәте башлығы Булат Мусин хәбәр итә. “Ҡыҙҙар һәм малайҙар 8 тоҡ пластик шешә, ҡаптар һәм башҡа сүп-сар тупланы. Ул эшкәртеүгә ебәрелде. Бындай саралар берләштерә, тыуған яҡты яратырға, тәбиғәтте һаҡларға өйрәтә. Изге эштә һәр кем ҡатнаша ала”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге сәхифәһендә район етәксеһе.