Был турала республика хөкүмәтенән хәбәр итәләр. Премьер-министр Андрей Назаров билдәләүенсә, был форумдың үҙенсәлеге - бында ҡатнашыусылар биләмәләрҙәге проблемалар һәм уларҙың үҫеш юлдарын яҡындан күрә ала. Урал аръяғын үҫтереү, иҡтисади ҡеүәт биреү өсөн яңы алымдар, яңы ярҙам саралары кәрәк, - тине Андрей Назаров.