Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо ураҡ барышын тотҡарлай

Тутҡтауһыҙяуҙан ямғырҙар ураҡ барышын күпкә тотҡарланы. Был турала Хөкүмәт Премьер-Министры урынбаҫары-ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр итте. Әле республика аграрийҙары бөртөклө культуралар урыу менән бер рәттән мал аҙығы әҙерләй һәм ужым сәсә. Ведомство етәксеһе әйтеүенсә, әле 1 миллион ярым тонна ашлыҡ йыйып алынған.

Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, әле яландарҙа 4 мең комбайн эшләй. Технологик саралар тәүлегенә 60 мең гектар майҙанда бөртөклөләр урыу мөмкинлеге бирә. Йыл башынан алып республиканың ауыл хужалығы предприятиелары 9 миллиард ярым һумға 1 мең 400 берәмек төрлө техника һатып алған.