Әлшәй районындағы һөт тауарҙары етештереү предприятиеһы «Башҡортостан продукты» проекты дипломанты булды. Аҡ май һәм сырҙарға махсуслашҡан компанияла айына дүрт мең ярым тонна һөт эшкәртелә. Барлыҡ технологик талаптарҙың үтәлеше етди контролдә тотола, сеймал лаборатория шарттарында тикшерелә. Һөт ризыҡтары Рәсәйҙең башҡа төбәктәренә, яҡын сит илдәргә лә оҙатыла. Йомшаҡ сырҙар өсөн әҙерләнгән ярымфабрикаттар айырыуса ихтыяж менән файҙаланыла.
«Башҡортостан продукты»-республика һәм унан ситтә танылған сифат билдәһе. Бөгөн төбәк бизнес-берләшмәһенең 914-е был бренд менән тауарҙарын һата.