Күмертауҙа популяр йырсы Юрий Шатуновҡа арналған мурал асылды

Беренсе май урамындағы 32 йорттоң фасадын биҙәгән һүрәтте ҡала көнөндә астылар. Проект йырсының тоғро тамашасыһы, фанаты, Мәскәүҙә йәшәүсе Марина Богданова ниәте менән тормошҡа ашырылған. «Беҙҙең Шутунов» блогын алып барған ханым социаль селтәрҙәрҙә үҙ фекерҙәштәрен таба. Муралды ул йырсының тыуған Ҡалаһы -Күмертауҙа төшөрөргә ҡарар иткән. Рәссам Михаил Кузнецов Сызрандән. Һүрәтте төшөрөү өсөн аҡсаларҙы ла фанаттар үҙҙәре йыйыған. Муралды асыу тантанаһынан һуң килгән ҡунаҡтар һәм ҡала халҡы Шатунов иҫтәлегенә ағастар ултыртты. Аллеяны әлбиттә аҡ раузалар ҙа биҙәне.

Йырҙағыса аҡ рауза сәскәләре ултырттыҡ. Шатлығыбыҙ күҙҙән йәштәр булып урығылды. Ниһәйәт Юра Шатуновтың тыуған ҡалаһында ла фанаттар килеп йөрөрлөк иҫтәлекле урын барлыҡҡа килде.

Марина Богданова, «Беҙҙең Шатунов» фанаттар йәмғиәте етәксеһе

Мин Юрий Шатуновтың әсәһе менән бер бүлмәлә йәшәнем. Шуға ла уның яҙмышы, ижады миңә яҡын. Был аллея ла да беҙҙең яратҡан урыныбыҙға әйләнәсәк һәм аҡ раузаларҙы ҡәҙерләп үҫтерәсәкбеҙ.

Тамара Степанова, Күмертау ҡалаһында йәшәүсе