Башҡортостанда балаларға медицина ярҙамы күрһәтеүҙә заманса алымдар, юғары технологиялар ҡулланыла. Поликлиникалар төҙөкләндерелә, мобиль комплекстар һатып алына. Шуға ҡарамаҫтан, заманса медицина учреждениеларына ихтыяж ҙур. Республика башлығы Радий Хәбиров кескәй пациенттар өсөн яңы дауахана төҙөү көн талабы булыуын белдерҙе.