Башҡортостандың йәмәғәт палатаһы һәм 7 партия араһында һайлау кампанияһын күҙәтеү тураһында килешеү төҙөлдө. Башҡортостандың йәмәғәт палатаһында хеҙмәттәшлек тураһында күп яҡлы килешеүгә палата рәйесе Ынйы Әхмәҙуллина һәм сәйәси партияларҙың төбәк бүлексәһе етәкселәре ҡул ҡуйҙы. Ул берҙәм һайлау көнөндә -18, 19 һәм 20 сентябрҙә тауыш биреүҙә асыҡ күҙәтеүҙе тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Документҡа «Берҙәм Рәсәй», «Рәсәй Коммунистары», «Яңы кешеләр», Йәшелдәр, Ватан, «Социаль ғәҙеллек өсөн Рәсәй пенсионерҙар партияһы» һәм ЛДПР- ҙың төбәк бүлексәләре вәкилдәре ҡул ҡуйҙы.