Башҡортостанда ураҡ ҡыҙыу бара

Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар баҫыуҙарының өстән бер өлөшөндә эш теүәлләнгән. Миллион ярым тоннанан ашыу уңыш алынған. Машина-технология компанияһы һөҙөмтәле  эшләй.  Уның техника  паркында бөгөн 100-ҙән ашыу комбайн бар. Улар барыһы ла баҫыуҙа. Машина технология  компанияһы  Росагролизинг менән хеҙмәттәшлек  һөҙөмтәһендә булдырылды.