Быйыл призлы урындар өсөн түләүҙәр 2022 йыл менән сағыштырғанда ике тапҡырға ҙур була. Был турала федераль спорт министрлығынан хәбәр итәләр. Еңеүсегә ярты миллион, икенсе урын алыусыға 300 мең, өсөнсө урынға 200 мең һум ҡаралған. Донъя рекордын ҡуйыусыға 750 мең һум бирелә, Европа кимәлендәге ҡаҙаныш өсөн 500 мең, Рәсәй рекорды өсөн 350 мең һум түләнә. Рәсәй халыҡтары спартакиадаһында спорттың алты төрө буйынса ярыштар беҙҙең республикала үтә. Башҡортостан йыйылма командаһы өсөн 120 кеше сығыш яһай.