Борай районында Тере Танып йылғаһы аша күперҙә хәрәкәт өлөшләтә асылды

Автомобилдәр Яңауыл  йүнәлешендә  бер һыҙаттан үтә  ала. - Был күпер республика  транспорт системаһында  мөһим роль уйнай.  Төньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш райондар халҡы ошо юлдан Өфөгә йөрөй, - тип хәбәр итәләр  Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан.  Ремонт 2025 йылда башланды. Эштәрҙе  быйыл тамамлау  планлаштырыла.