Өфөлә республика математика лицей-интернаты төҙөлөшө дауам итә

Бөгөн Радий Хәбиров обьект урынында кәңәшмә уҙғарҙы. - Математика лицейы Рәсәй һәм республикала иң яҡшыһы була. Бында математикаға һәләте булған балалар белем аласаҡ. Проектҡа етди ҡарарға кәрәк, - тине Радий Хәбиров. Уҡыу йорто 360 балаға иҫәпләнә.